Һиндостандың Разведка бюроһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә , террорсыларҙы ла диңгеҙ юлдары буйынса үтеп инергә өйрәтәләр .
Власть вәкилдәренең һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда , Пакистандың террористик лагерҙарында һыу аҫты һөжүмдәренә әҙерлек бара .
Джаиш-е-Мөхәммәд Һиндостандың Бакалот ҡалаһында террористик лагерҙарҙың эшмәкәрлеген тергеҙгән , ә Лошкаре-Тайба Мирпур ауылында һәм Сиалкот ҡалаһында ике диңгеҙ лагеры булдырған .
Пакистан террористарының яңы стратегияһына сағыу миҫал итеп , һуңғы ваҡытта булып үткән ваҡиғаны килтерергә була : улар ҡоралдарҙы һәм патрондарҙы сик аша дрондар ярҙамында күсерҙеләр .
Власть вәкилдәре OneIndia порталына именлек сараларын көсәйткәндән һуң , Һиндостанға ҡоро ерҙән үтеп инеүе ҡатмарлашыуын , шунлыҡтан террорсылар сикте үтеүҙең яңы ысулдарын эҙләүҙәрен хәбәр иттеләр .